Абрар Ғабдрахманов. Тәҙрәмә төшкән ай нуры

Миләүшә Иҙрисова:

Атайым тураһында һөйләгеҙ
Абрар Ғабдрахманов. Тәҙрәмә төшкән ай нуры
Атайым тураһында һөйләгеҙ

 

- Ҡулымда атайымдың скрипкаһы. Ул һаман да хужаһының ҡул йылыһын һаҡлай кеүек. Тап ошо уйын ҡоралы атайымды тылсымлы музыка донъяһына килтергән. Күршелә йәшәгән ағай иҫкергән скрипканы мейескә яғырға уйлай. Атайым иһә уны һорап, үҙенә ала. Бер ҡышта ул ауылдаштары белгән бөтә көйҙәрҙе башҡарырға өйрәнә. Үҙе лә халыҡ йырҙарына оҡшаған көйҙәр сығарыу тураһында хыяллана. Скрипка атайыма мәшһүр композитор булып үҫешергә, беҙҙең һәм Башҡортостандың ғорурлығына әйләнергә этәргес бирә.

Быйыл атайым 80 йәшен тултырыр ине. Ул тормошто яратты, ейәнсәрҙәренә ҡарап ҡыуанды, йырлап йәшәне. Әҫәрҙәре беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле мираҫ, иң гүзәл иҫтәлек, иң бөйөк ҡомартҡы.

Атайым менән әсәйем бер мәктәптә, бер класта белем ала. Улар йыш ҡына мәктәп концерттарында сығыш яһай. Нажиә Аллаярова халыҡ йырҙарын башҡара, ә Абрар Ғабдрахманов скрипкала уйнай.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң атайым Баймаҡ тау-металлургия техникумына уҡырға инә. Үҙәкте өҙөрлөк итеп скрипкала уйнаған, йырҙар сығарған, шиғырҙар яҙған егеттең бындай ҡарар ҡабул итеүенә күптәр аптырап та ҡарағандыр. Сөнки ауылдаштары уны сәнғәт юлынан китер тип уйлай.

Арала саҡырымдар ятһа ла, атайым менән әсәйемдең дуҫлығы өҙөлмәй. Өфө менән Баймаҡты һөйөү һәм наҙ тулы хаттар тоташтыра.

Атайым Абрар Ғабдрахмановҡа баш ҡалабыҙға килергә, ҙур сәнғәт юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткән кешеләрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә апай Ноғоманова.

Атайым әсәйемдең дә терәк-таянысы ине. Улар тормошта ла, сәхнәлә лә һоҡланғыс пар булды. Әсәйемдең уңыштарында атайымдың да өлөшө ҙур. Ул сабырлыҡ күрһәтмәһә, әйҙәмәһә, бәлки әсәйемдең тормошо һәм ижады икенсе төрлө юл алыр ине.

Әсәйем менән атайыма, Хоҙай оло бәхет - ғүмерлек мөхәббәт  бүләк иткән. Уларҙың саф һөйөүе -  яҙмыш һынауҙарына ҡаршы торорға көс биргән.

Әсәйем Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтында, атайым Өфөлә музыка училищеһында уҡый. Беҙҙең ғаилә ул саҡта өскә бүленгәйне... Каникулға ауылға ҡайтҡан саҡтары оло барамға әйләнә торғайны: атайым аккордеонда, скрипкала уйнай, өй йыр-моңға тула...  Әсәйем уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, мине лә Өфөгә күсерҙеләр һәм беҙ бергә тора башланыҡ.

Әҙәм балаһы, бигерәк тә ижад кешеһе, һәр ваҡыт ҡатлы-ҡатлы серле йомғаҡ булып ҡалалыр ул.  Мин дә атайымдың асылын әле тулыһынса төшөнгәнмен, холоҡ-фиғелен аңлағанмын, - тип әйтә алмайым. Сөнки йылдар үтеү менән ул миңә тәрәнерәк асыла барған төҫлө. Быға, тәү сиратта уның ижады ярҙам итһә,  икенсенән, тормош тәжрибәһе туплау менән бергә, атайымдың ҡасандыр әйткән фекерҙәренә, ҡылыҡтарына ҡарашым да үҙгәрә бара.

 

Олатайым Ғабдулхаҡ Ғабдрахманов Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. Оҙаҡламай ғаилә ҡара ҡағыҙ ала. Унда олтайымдың Дон алышында батырҙарса һәләк булыуы хәбәр ителә. Өләсәйем биш баланы бер үҙе тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Атай наҙын татымай үҫкәнгә лә, атайым миңә бөтә йөрәк йылыһын өләште. Ул холоҡ-фиғеле менән ҡырыҫыраҡ кеше ине. Йыш ҡына үҙ эсенә бикләнә торғайны. Был мәлдәрҙә, моғайын, яңы әҫәрен уйлағандыр... Шул уҡ ваҡытта, ул йор һүҙле, шаян да була белде. Инәйем гастролгә киткән саҡтарҙа беҙ атайым менән икәүләп донъя көттөк. Кистәрен көлөшә-көлөшә оҙон-оҙаҡ әңгәмә ҡорабыҙ. Ул үҙенең бала сағын  һөйләй... Бергәләп шахмат уйнайбыҙ, хоккей ҡарайбыҙ...

 

Мин махсус музыка мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамланым. Мәктәптә уҡығанда яҙылған иншаларымды уҡып, атайым: “һин музыка белгесе булырға тейешһең”, - тигән фекерҙе күңелемә һалып ҡуйҙы һәм мине төрлөсә дәртләндерә торғайны. Тора-бара был фекер нығынып, хыялыма әүерелде. Шуныһы үкенесле: атайым сәнғәт фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация  яҡлауымды күреп өлгөрмәне... 

Телевидениела эшләй башлағас, атайым тапшырыуҙарымдың даими тамашасыһы ла, ҡайһы саҡ тәнҡитсем дә, кәрәк икән - кәңәшсем дә булды.   Ә инде балаларға килгәндә,  уларҙа тәү  сиратта милли рух үҫтерергә, туған телгә, туған моңға һөйөү тәрбиәләргә тырышты. Балалар менән фәҡәт башҡортса аралашыуҙы талап итә торғайны, һәм һөҙөмтәлә беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт башҡорт теле яңғырай, башҡорт моңо йәшәй... 

 

Тапшырыуҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нажиә Аллаярова, Башҡортостандың халыҡ артистары: Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова, Флүрә Ноғоманова, Ғәлиә Солтанова, Нәзифә Ҡадырова, йырсы Нәзирә Закирова, сәнғәт белгесе Гөлназ Ғәлина, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова, композиторҙың ейәнсәрҙәре – Айгөл, Диләрә һәм Асия хәтирәләре менән уртаҡлаша. 

 

 

 

 

Хәким Мортазинды иҫкә алабыҙ...
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Ришат Миндияров. Яҡты хәтер.
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями