Хәбир Ғәлимов. Йыр сәнғәтенең Салауаты

    Земфира Ғәлимова:

Фото №1 - Хәбир Ғәлимов. Йыр сәнғәтенең Салауаты

   Минең атайым, данлыҡлы йырсы, башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Хәбир Ғәлимов. 

Ул 1905 йылдың 5 февралендә Салауат районының Лағыр ауылында тыуған. Легендаларға ышанғанда, был ауыл милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ғәскәре торған урында барлыҡҡа килгән. Олатайым мулла була. Ул да, өләсәйем дә йырларға ярата. “Йәйге кистә ауылымда гармун, скрипка, ҡумыҙ тауыштары, халыҡ йырҙары яңғырап торҙо”, - тип хәтерләр ине атайым. 15-17 йәштәрендә ул үҙе лә йырсы булараҡ танылыу ала. Йәш егетте төрлө йыйындарға һәм байрамдарға саҡыра башлайҙар.

   1927 йылда атайым армияға китә. Өфө гарнизонында хеҙмәт итә. Һалдаттар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ижади ярыштарҙың береһендә композиторҙар Хәбибулла Ибраһимов һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән таныша. 1929 йылда атайым Башҡортостан радиоһында сығыш яһай. Был иһә уға тағы ла дәрт һәм ышаныс өҫтәй.

   Рядовой Ғәлимов сәнғәт техникумының театр бүлегенә ғариза тапшыра. Уҡыу йорто етәкселәренең юллауы буйынса уны хәрби хеҙмәтенән ваҡытынан алда бушаталар. Техникумды тамамлағандан һуң атайым Башҡорт драма театрында хеҙмәт юлын башлай.

   1932  йылда атайым Петр Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт студияһына уҡырға инә. Уны Ғәзиз Әлмөхәмәтов ойошторған була. Ул йылдарҙа опера театрының буласаҡ йондоҙҙары - Баныу Вәлиева, Зәйтүнә Иблаева, Ғабдрахман Хәбибуллин, Мәрйәм Ғабдрахманова ла Мәскәүҙә белем ала.

   1938 йылдың 14 декабрендә Башҡортостанда опера һәм балет театры асыла. Атайым яңы театрҙа итальян композиторы Паизиеллоның “Тирмәнсе һылыуҡай” операһындағы төп герой – Барон партияһын башҡара. Тирмәнсе ҡыҙ партияһын Баныу Вәлиева йырлай.

 Баныу Вәлиева иҫтәлектәренән

   “Тирмәнсе һылыуҡай беҙҙең диплом эше. Мәскәүҙә беҙ уны башҡорт һәм рус телдәрендә әҙерләгән инек. Опера һәм балет театрын асыу тантанаһында уны башҡортса ҡуйҙыҡ. Спектакль шәп үтте. Бөтәһе лә йәш, матур. Тамашасыларҙың һорауы буйынса ике көндән операны русса башҡарҙыҡ. Советтар Союзындағы тәүге милли опера театрының асылыуы шулай булды.

Һаҡмар – беренсе милли операбыҙ. Мәсәлим Вәлиев яҙған әҫәрҙә Хәбир Ғәлимов Юлай партияһын башҡарҙы. Ҙур партия ине. Хәбир матур итеп йырлауҙан тыш, образды ла оҫта итеп тыуҙырҙы. Талантлы актер булды”.

   “Салауат Юлаев” операһы мәшһүр композиторыбыҙ Заһир Исмәғилевтың диплом эше. Ул ижад ителгәндән һуң уҡ сәхнәлә ҡуйыла. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Союз әһәмиәтендәге ҙур мәҙәни сарала – Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһында тәҡдим ителә. Атайым иһә операла төп ролде башҡара.

    Мәскәүҙәге декаданан һуң атайым Башҡорт дәүләт филармонияһына күсте. Ул яңы ғына ойошторолған эстрада бригадаһына етәксе итеп билдәләнде. Ошо айҡанлы Опера һәм балет театры хакимиәте уның тураһында былай тип яҙғанын хәтерләйем:

    “Хәбир Ғәлимов Мәскәү консерваторияһында уҡыған йылдарында уҡ үҙенең ҡабатланмаҫ тенор тауышы, үҙенсәлекле тембры, ҙур вокал диапазоны һәм халыҡ йырҙарын бөтә нескәлегендә тапшырыу һәләте менән меңәрләгән тамашасының һөйөүен һәм ихтирамын яуланы. Опера театры асылған көндән алып 17 йыл дауамында Хәбир латип улы Ғәлимов театрҙың беренсе теноры булды. Ул тыуҙырған образдар опера сәнғәтенең алтын фондына инде”.

   Атайым дәрләнеп филармонияла эшләй башланы. Үҙе етәкләгән коллектив менән республиканың район һәм ҡалаларында, колхоз-совхоздарҙа сығыш яһаны. “Беҙ ат егеп йөрөнөк. Арбала ла, санала ла күп саҡырымдар үттек. Әммә халыҡты йырһыҙ ҡалдырманыҡ”, тип иҫләр ине атайым.

   Нәфис һүҙ оҫтаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ямал Исхаҡова.

  Танылған музыкант Миңләхмәт Ғәйнетдинов атайымды остазы тип һанай.

  Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова ла атайымдың хеҙмәттәше. Ул да күңелендә матур иҫтәлектәр һаҡлай.

   Нуриман районының Байгилде ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ришат Исмәғилев атайымды иҫ киткес ябай, мөләйем кеше итеп хәтерләй. Ришат Сәлих улына 97 йәш. Хәбир Латип улы менән осрашыуыбыҙ кисә генә булған һымаҡ, ти ул.

   Атайым тере сағында уҡ легендаға әйләнде. Замандаштары уны кумирыбыҙ тип йөрөттө. Бөтә Советтар Союзында дан тотто ул.

                                    

   Заһир Исмәғилев ғаилә дуҫтарыбыҙҙың береһе. “Һеҙҙә ҡунаҡ ҡына булманыҡ, һеҙҙә йәшәнек, тип шаярта торғайны Заһир ағай.

 

   Иртә. Күҙемде асам. Атайым моңлана. Бөтә донъя нурға күмелә. Ул өйҙә булһа, беҙгә рәхәт. Атайым фортепианола уйнай, йыр өйрәнә. Мин ул башҡарған йырҙарҙы отоп ала барам. Композитор әҫәрҙәрен дә, арияларҙы ла күңелемә һеңдерәм. Ете йәшемдә музыка мәктәбенә йөрөй башланым. Йыр-моңға һөйөү миңә әсә һөтө менән ингәндер. Шуға ла музыкант булыуыма аптырарға кәрәкмәйҙер. Өйөбөҙҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Йырсылар, композиторҙар, артистар, ғалимдар һәм яҙыусылар беҙҙең ғаилә дуҫтары ине. Гастролдән ҡайтҡандан һуң атайым һәр ваҡыт үҙенең бригадаһын ҡунаҡҡа саҡыра торғайны.

   Әсәйем уның тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, шәхси сәркәтибе, администраторы. Танылған йырсы булып китеүендә уның да өлөшө ҙур.

Ғаиләбеҙҙең нисә кешенән торғанын да әйтә алмайым. Сөнки ағайым менән апайымдан башҡа беҙҙә һәр саҡ туғандарыбыҙ, ауылдаштар, райондаштар йәшәне. Татыу һәм дуҫ инек. Атайым менән әсәйем уларға асыҡ йөҙ күрһәтте, ярҙам ҡулы һуҙҙы.  

Һоҡланғыс пар ине Ғәлиә һәм Хәбир Ғәлимовтар. Хоҙай Тәғәлә уларға оло бәхет - ғүмерлек мөхәббәт бүләк иткән. Саф һөйөүҙәре яҙмыш һынауҙарына ҡаршы торорға көс биргән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим иҫтәлектәренән:

   “Хәбир Ғәлимов. Уның моңло һәм әҙәпле тауышы минең күңелемә һеңде.  Йырсының тауышы әҙәпле тинем. Минеңсә, һүҙҙең генә түгел, тауыштың да әҙәплеһе һәм әҙәпһеҙе була. Бөгөн йәнгә ят, әҙәпһеҙ тауыштар ғәжәп ишәйеп китте. Был инде илһамдың ниндәй ерлектән, ниндәй сығанаҡтан килеүенә бәйләнгән. Хәбир ағай илһамын халыҡ рухынан, уның бөйөк ижади ҡаҙаныштарынан алды.

  Хәбир Ғәлимовҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе фатиха бирҙе һәм эстафета тапшырҙы. Был фатиха артабан Мәғәфүр Хисмәтуллинға һәм Радик Гәрәевҡа күсте. Ошо дүртәү йыр сәнғәтендә йылытыр һары ҡалайҙан ҡырҡып епкә теҙелгән замана йондоҙҙары түгел, ә күктең үҙендә яралып балҡыған ҡеүәтле яҡтыртҡыстар булды”.

   Данлыҡлы генералыбыҙ Таһир Күсимов уны “йырҙар маршалы” тип йөрөткән. Ә Баязит Бикбай уны “Йырҙар Салауаты” тип атаған. Атайымдың ижадын күптәр батырҙар ғүмере менән сағыштырҙы. Килешергә була. Ябай ауыл малайы үҙ тырышлығы менән сәнғәттең иң бөйөк нөктәһенә күтәрелә алған. Төрлө илдәрҙә Башҡортостанды, башҡорт йырын танытҡан. Йыр сәнғәтенә тоғро ҡалған. Ҡаһарманлыҡ түгелме ни был? Әлбиттә, ҡаһарманлыҡ.

   Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған яғы минең атайымдың да кендек ҡаны тамған ер. Ошо тупраҡтан көс-ғәйрәт алған. Атайым бесән сапҡан, көтөү көткән, атта елдергән һәм киң сәхрәләрҙе яңғыратып, халыҡ йырын йырлаған. Салауат ере әле лә атайымдың моңон һаҡлай, исемен онотмай... Хәбир Ғәлимов музейы эшләй. “Оҙон көй” район конкурсы ойошторола. 

Атайым юртаҡ ат кеүек ярһып, ҡанатланып, халҡы күңеленә иң ҡәҙерле бүләген - йөрәк түренән урғып сыҡҡан моңон еткерергә ашыҡты. Ижады башҡорт йыр сәнғәтенең гүзәл тарихы, ҡәҙерле ҡомартҡыһы булып оҙаҡ һаҡланыр.

Йырҙары яҡты хәтирәләр уятыр, тетрәндерер, уйландырыр, һоҡландырыр...

 

 

  

 

 

 

 

Хәким Мортазинды иҫкә алабыҙ...
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Ришат Миндияров. Яҡты хәтер.
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями