Руслан Шәйхетдинов:
- Атайым әле лә беҙҙең янда кеүек. Ваҡытлыса ғына ҡайҙалыр гастролгә сығып киткән дә, бына-бына ҡайтып инер һымаҡ... Атай-әсәйем сәнғәт кешеләре булғас, мин бәләкәйҙән күберәк Белорет районының Абҙаҡ ауылында олатай-өләсәй ҡосағында үҫтем. Ағайҙарым мине ҡулдан-ҡулда ғына йөрөтөп, һөйөп-ҡәҙерләп кенә үҫтерҙе. Атайым менән әсәйем ҡайһы берҙә хатта берәр ай гастролдә йөрөй ине... Ә улар ҡайтһа - миңә оло байрам! Айҙан космонавтар ҡайтып төшкән кеүек була. Ике метрҙан ашыу бәһлеүән, мөһәбат кәүҙәле атайымдың ҡара сәстәре елгә тулҡынлана. Мин уның ҡосағына атылам... Ә ул миңә береһенән-береһе матур бүләктәр алып ҡайтҡан. Атайым көслө ҡулдары менән мине юғарыға сөйөп ебәрә... Их, шул мәлдәр...