Ләйсән Ноғоманова:
"Минең атайым – Ғилман Иҙрисов. Бәлки был исемде хәтереләй алмаусылар ҙа булыр? Әммә атайымдың ҡайһы бер йырҙарын атау менән уны иҫләрҙәр. “Һағыныу йыры”, “Һиңә килдем, иркәм”, “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”, “Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа”. Уларҙы бер нисә быуын яратып йырлаған.
Атайымдың тыуған яғы - Ейәнсура районының Мөхәмәтйән ауылы. Халыҡтағы атамаһы - Серәкәй. Олатайым Уйылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронттан ҡайтҡас, бригадир булып эшләй. Өләсәйем Фәрхиямалға бик һирәктәр генә исеме менән өндәшкән, тиҙәр. Бөтәһе лә уны хөрмәт итеп, Оло апай тип йөрөткән. Ул аш-һыуға оҫта булған. Тәмле бәлеш, сәк-сәк, ҡоймаҡтары менән тирә-яҡта дан тотҡан.
Олатайым һуғыш яраларынан һыҙланғандыр. Ул бик иртә донъя ҡуйған. Ошо ҡайғыһын атайым моң менән баҫҡан. Тальян гармунда уйнарға өйрәнгән.
1969 йылда атайым Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә.
Атайыбыҙ Өфөлә буласаҡ кәләшен - әсәйебеҙ Рәйсәне осрата. Ул Башҡорт дәүләт университетының география факультетында уҡый. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. 1972-се йылдың майында әсәйем атайымды тыуған ауылына - ата-әсәһе һәм туғандары менән таныштырырға алып ҡайта.
Атайым Өфө сәнғәт институтын ҡыҙыл димломға тамамлай. Киләсәккә ҙур өмөт бағлаған, оло маҡсат билдәләгән йәш ғаилә Ейәнсураға юллана. Атайымды 4-се курста уҡығанда уҡ райондың мәҙәниәт бүлеген етәкләргә саҡырған булалар. Ҡайтыу менән дә тап ошо эште йөкмәтәләр.
Әсәйем бейеү түңәрәге ойоштора. Төбәктең һәүәҫкәр артистары төрлө конкурстарҙа еңеү яулай. Атайым йырҙар ижад итә, тамашаларҙы алып бара. Ул килеп сығыу менән сәхнә йәнләнеп китә торғайны,- тип иҫләй атайымдың дуҫтары.
Тыуған ерендә ирешелгән уңыштары атайымды яңы эштәргә, яңы бейеклектәргә әйҙәй. Һикһәненсе йылдар аҙағында ғаиләбеҙ баш ҡалаға күсенә. Атайым Башҡортостан телевидениеһында эшләй башлай.
Атайымды йырсы-шағир, тиҙәр. Уның шиғырҙарына байтаҡ йыр яҙылған. Йырҙары бер яңғырағас та, халыҡ араһында популяр булып киткән. Бөгөн дә улар сәхнәнән ағыла, радио каналдарҙан ишетелә, табындарҙа йырлана. Уларҙы ваҡыт һынауын үткән, ысын йыр байлығыбыҙ тип әйтергә мөмкиндер.
Атайым тыйнаҡ, ипле, инсафлы, һиҙгер кеше ине. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уңышлы атҡара алды. 8 март ҡасабаһында йорт һалып сыҡтыҡ. Баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерҙек. Ул беҙҙе үҙ-аллы булырға өйрәтте. Улдарын ысын ир итеп тәрбиәләргә тырышты. Журналистиканы яратты. Шуға беҙ ҙә ижад кешеләре булып киттек.
Үтә моңло булды атайым. Хистәрен күрһәтеп барманы. Эс серҙәре менән уртаҡлашманы. Ә ҡайһы ШАҒИРҘЫҢ тойғолары ярһыу булмай һуң? Хистәре ташып тормаһа, атайым күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә алыр инеме икән?..
Беҙҙе өҙөлөп яратты. Хәстәрләне, ҡайғыртты. Дуҫтарының ҡәҙерен белде.
Мин атайым тураһында йыш уйланам. Хыялымда ғына уның эргәһенә ҡайтам. Ҡәҙерле кешең хаҡындағы уйҙар көс бирә, тормошта ҡыласаҡ аҙымдарға яуаплы ҡарарға өйрәтә. Атайым миңә лә, Ирәндек ағайым менән Ләйсән апайым өсөн дә тормош маяғы булып ҡала.
Йәшәргә, йәшнәргә, йырларға ине атайыма. Уға ни бары 52 йәш ине. Эшендә уңыш ҡаҙанған, ижады ҙур баһа – халыҡ һөйөүен яулаған! Әммә тап ошо осорҙа уның ғүмере өҙөлдө. Был фажиғә беҙгә һаман да тынғы бирмәй. Әсәйебеҙ ҙә был ҡайғыны күтәрә алманы, өс йылдан донъя ҡуйҙы...
Бөгөн ул беҙҙең арала юҡ. Әммә атайыбыҙ ҡалдырған йырҙар бар. Улар донъяға, кешеләргә, беҙгә оло һәм саф һөйөү менән һуғарылған. Ысынлап та, мөхәббәттән йырҙар ҡала икән... Ә был йырҙар атайымдың эскерһеҙ хис-тойғоларына һәйкәл".
Тапшырыуҙа Салауат Итбаев, Рәшит Ҡарабаев, Рәүилә Ғафарова, Мәхмүзә Ғәйнуллина, Флүрә Мурзина, Әхәт Мортазин һәм Фәдис Ғәниев ҡатнаша.