Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын

Зифа Исҡужина:

Фото №1 - Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын

- Был минең атайым Бүребай Исҡужиндың тауышы. Олатайым менән өләсәйемдең ғаиләһендә тыуған балалар бер-бер артлы үлеп торған. Шуға ла көслө, ғәйрәтле, сәләмәт булһын, тип атайыма Бүребай исемен ҡушалар.

Атайымдың тыуған ере – Баймаҡ районының Байыш ауылы элек-электән ҡурайсылар, йырсылар һәм бейеүселәре менән дан тотҡан.

Автобиографияһында ул шулай тип яҙа:

 

   “Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте. Унынсыны тамамлағас, келәткә ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, ул көл-күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар. Тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы.

Артабан да бик күп ерҙәрҙә эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн яҙышырға ултырҙым”.

 

 

   Атайым әҙәбиәттә Буранбай Исҡужин булараҡ танылыу алды. Тарихтан белеүебеҙсә, Буранбай мәшһүр сәсәнебеҙ.  Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сыҡҡаны өсөн Себергә һөрөлә, төрмәлә яфа сигә, бөтә исемдәре һәм дәрәжәләре тартып алына. Атайыма ла күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Совхозда таҡта ярҙырғанда уң ҡулын өҙҙөрҙө ул. Тамьян ағайымдың фажиғәле һәләк булыуы ла йөрәгебеҙгә уңалмаҫ яра һалды...

 

Ришат Миндияров. Яҡты хәтер.
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын
Буранбай Исҡужин. Алтын һымаҡ оҙаҡ балҡырмын
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии