Салауат Мортазин:
- Телеүҙәк коридоры буйлап атлайым. Бындағы һәр бүлмә, һәр боролош миңә яҡшы таныш. Баласаҡ хәтирәләренә биреләм... Атайым мине йыш ҡына үҙе менән радиоға ала торғайны. Ул студияға яҙылырға инеп китә. Ә мин шаярырға тотонам. Телеүҙәктең бер осонан икенсе осона йүгерәм... Бүләмәләргә инеп, радио тигән донъяны өйрәнәм. Тура эфирҙар, репортаждар, трансляциялар миңә бәләкәйҙән таныш.
Телеүҙәк буйлап атлайым. Баласаҡтағы һымаҡ атайым килеп сығыр ҙа, мине күтәреп алыр кеүек... Тик был хыял ғына... Бында уның рухы йәшәй. Бүлмәләр уның йөрәк йылыһы менән һуғарылған... Эфирҙан уның яғымлы, көслө, бәрхәт тауышы ағыла.... Радиола ул күңел ҡояшынан өләшкән нур бар...