Ханты-Манси автономиялы округы – башҡорттар күпләп көн иткән төбәк. Рәсәй нефтенең иң ҙур өлөшө сығарылған Себер тарафтарына Башҡортостандан күпләп белгес ағылыуы ғәжәп тә түгел. Бөгөн был кешеләр ошонда ныҡлап тамыр йәйгән, ереккән. Сит ерҙә олтан булмаусылар, ҡара алтын сығарып, дәүләтебеҙҙе байытыусылар.
Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов етәкләгән Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы – ошонда йәшәгән күп һанлы башҡорт ойошмаларын туплап, уларға йүнәлеш бирә, рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып бара.