Аҙнаға йомғаҡ

Был аҙна менән бергә яҙҙың икенсе айы- апрелде лә йомғаҡлайбыҙ. Алда - сыуаҡ май, йылы йәй яҡынлаша. Ошоға өҫтәп, байрамдар осоро башланыуын да иҫәптән сығармайыҡ. Яҙ һәм хеҙмәт байрамын Еңеү көнө алыштырасаҡ. Ә был аҙнаны йомғаҡлағанда, шул мәлдәрҙе иғтибарға алырға кәрәктер:

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

• Кемгә – байрам, кемгә- уй. Профсоюздар 1 Май алдынан хеҙмәткәрҙәрҙең матди хәлен яҡшыртыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты.

• Кадрҙар барыһын да хәл итә. Ул Совет лозунгыһы түгел - һәр йәмғиәтә заман талабы. Өфөлә кадрҙар форумы үтте, белгестәр әҙерләү стратегияһы тикшерелде.

• Һикереп төштөм баҡсаға, баҫтым баҡыр аҡсаға. Баҡса тулы аҡсамы, әллә проблемалары күберәкме? Баҡсасылар аҙналығында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

• Полиграф Полиграфычтар заманы үтте, БОЧ-тар ҙа модала түгел. Дума балаларҙы туҙға яҙмаған исемдәр менән атауҙы тыйҙы. Башҡорт исемдәре ниндәй булырға тейеш?

• Серәкәйҙәргә һуғыш иғлан иткәндә талпандар иғтибарҙан ситтә ҡалмаймы? Йәки сысҡандар? Биҙгәккә ҡаршы бушлай вакцина кемгә тейеш?

• Тормош- театр. Ә Яҙғы театр – милли драматургияның киләсәгенә өмөт. Өфөлә үткән “Театр яҙы” фестиваль-конкурсы йомғаҡланды.

"Даирә"лә ошо һәм башҡа темалар .

Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Ауыл хужалығы. Йәштәргә юлдар асыҡ. Яңы уҡыу йылына әҙерлек.
Аҙна яңылыҡтары
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы.Уҡыусыларға - премия. Почта бүлексәләрен төҙөкләндереү.
Аҙна яңылыҡтары
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы. Социаль проекттар тормошҡа ашырыла. Туризм. СВО.
Аҙна яңылыҡтары
Телеканал БСТ приглашает желающих на обучающие курсы
БАШКОРТТАР-БСТ