Аҙнаға йомғаҡ

Туҡтауһыҙ ямғыр арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы. Ярай, ҡар яумай, уныһына шөкөр, тибеҙ. Ә аграрийҙар норманан тыш яуым-төшөм сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан итергә әҙерләнә. Быйылғы йәйҙең тәүге айын ошолай теүәлләйбеҙ.

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

Мосолмандар өсөн изге мәл – Рамаҙан айы тамамланды, бөгөн ислам донъяһы Ураҙа байрамын билдәләй.

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан аралары ла яҡыная. Туғандашлыҡ ептәрен нығытырға ваҡыт етте.

Уҙып барған аҙна ошондайыраҡ ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Ә беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

Бишкәк менән ашыбыҙ бешерлек. Башҡортостанға дәүләт сәфәре менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев килде. Тиҙҙән Өфөнән Ысыҡ-күлгә самолеттар оса башлаясаҡ.

Һөт иле – Башҡортостан. Республикала “500 ферма” программаһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Аграр проект барышында һөтсөлөктө үҫтереүгә өлгәшеп булдымы?

Салауаттың йәшен һорағыҙ, йәки милли батырыбыҙ кемгә ҡамасаулай? Үҙәк матбуғат сараларында Салауат Юлаевты дошман итеп күрһәтмәкселәр. Милли батырыбыҙҙы нахаҡҡа ғәйепләүҙәре өсөн кем яуап бирәсәк?  

Ғаиләлә башланып, мәктәптә дауам ителһә... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында милли мәғариф темаһына ултырыш үтте. Мәктәптәрҙә башҡорт теле артабан да уҡытыласаҡмы?

Ҡайҙа ял итергә барырға: үҙебеҙҙә ҡалырғамы, әллә сит илдәргә сығырғамы? Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бер ҡараш.

 

Республикалағы социаль-иҡтисади мәсьәләләр. Муниципалитеттарҙың эше. С.Юлаев һәйкәлен реставрациялау.
Аҙна яңылыҡтары
Рәсәй - Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы. Махсус хәрби операция.
Аҙна яңылыҡтары
Махсус хәрби операция. Федераль трасса: юлдар, күперҙәр төҙөү. "Ҡара йома"акцияһы.
Аҙна яңылыҡтары
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Пенальти