Аҙнаға йомғаҡ

Календарҙа июлдең 16-сы көнө. Йәйҙең яртыһы ла үттеп китте, ә йәйҙе күргән юҡ әле тип зарланыусылар ҙа барҙыр, моғайын. Шулай ҙа синоптиктар алдағы көндәрҙә сағыштырмаса йылы көндәр вәғәҙәләй. Ә аграрийҙар ямғыр арҡаһында күрелгән зыян күләмен иҫәпләй. Башҡортостан умартасылары иң яҡшыһын асыҡланы, Евразия белгестәре эшсе кадрҙар һәм һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса әңгәмәләште. Уҙып барған аҙналағы ҡайһы бер ваҡиғалар бына ошонан ғибәрәт булды. Ә беҙҙең ижади төркөм ошолар һәм башҡаларға айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

Ямғыр яу, яу, иген үҫһен тау, тау...Быйылғы һауа торошо ауыл эшсәндәре өсөн етди һынауға әүерелмәксе. Башҡортостанға икмәкһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы бармы?

Балы татлы булһа ла, хеҙмәте әсе. Республиканың иң яҡшы умартасыһы асыҡланды. Өфөлә ҡорт ҡараусылар араһында бәйге үтте.

Һөнәрле кеше хур булмаҫ. Өфөлә Евразия гуманитар форумында урта һөнәри белем биреү мәсьәләһе ҡаралды. Эшселәр абруйын нисек күтәрергә?

Һөнәрҙе лә һайлай белергә кәрәк. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы бара. Буласаҡ абитуриенттар ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә?

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә. Рәсәйҙә хыянатсы ирҙәрҙе иркенән мәхрүм итергә ниәтләйҙәр. Дәүләт ғаиләгә ҡыҫылырға тейешме?

Федераль трассаларҙа юлдар. "Управдом" республика форумы. "Йәшел Башҡортостан" акцияһы старт алды.
Аҙна яңылыҡтары
Космонавтика көнө. Республика Башлығына халыҡ мөрәжәғәттәре. МЧС. Бизнес-шерифтар башланғысы.
Аҙна яңылыҡтары
Урмандар һәм янғын. Юлдар торошо. Штрафтар. Яҙғы хеҙмәткә саҡырыу. МХО. Яугирҙарға ярҙам мәсьәләһе.
Аҙна яңылыҡтары
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии