Аҙнаға йомғаҡ

Ноябрь айына ла аяҡ баҫтыҡ, инде ҡара көҙ ҙә килеп етте. Ҡыш менән көҙҙөң берсә ямғырлап, берсә ҡарлап көрәшкән ваҡытында ваҡиғаларҙың төрлөһө булды. Беҙҙең ижади төркөм шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп...

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

Халыҡ көсө – берҙәмлектә. 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө. Дәүләт байрамы атамаһы есеменә тура киләме? Милли сәйәсәт ниндәй кимәлдә алып барыла?

Башҡортостан ҡайҙан башлана? Республикабыҙҙың төп баҫмаһы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Өфөлә “Башҡортостан” газетаһының 100 йыллығына арналған тантана уҙҙы.

Ҡан илатҡан хаталар. Рәсәйҙә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар. Башҡортостандан 50 меңдән ашыу кеше репрессияға дусар ителә.

Йәмле Еҙем буйҙары... Республикала яңы тәбиғәт паркы ойошторола. Ғафури районында Еҙем йылғаһы һәм Киндерле мәмерйәһе ҡурсалауға алына.

Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Ауыл хужалығы. Йәштәргә юлдар асыҡ. Яңы уҡыу йылына әҙерлек.
Аҙна яңылыҡтары
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы.Уҡыусыларға - премия. Почта бүлексәләрен төҙөкләндереү.
Аҙна яңылыҡтары
Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы. Социаль проекттар тормошҡа ашырыла. Туризм. СВО.
Аҙна яңылыҡтары
Волна
Пенальти