Көнитмешебеҙҙә шатлыҡлы ваҡиғаларға ла, бигүк күңелле булмағандарына ла урын табыла тора. Был аҙнала бешмәгә бәйле карантин ғәмәлдән сыҡҡас, еңел һуланыҡ, малһыҙ ҡалғандар һыйыр хәстәрләй, һөт-майын һатыуға сығарҙы, Туймазы менән Бүздәктәге 21 көнлөк карантин тамам.
Күршебеҙ Удмурт республикаһы техноген ғәрәсәт кисерҙе. Ижевск ҡалаһында 9 ҡатлы йорттоң бер өлөшө емерелде. 7 ҡорбан килтерҙе был фажиғә.
Уҙып барған аҙнала башҡа темалар ҙа көн тәртибенә сыға торҙо. Бына улар:
Республика аграрийҙары йылды йомғаҡланы. Яҡшы теүәлләнек, тиелде ошоға арналған тантаналы ултырышта. Шуға бүләктәр ҙә, йылы һүҙҙәр ҙә етерлек булды.
Сифат көнө ябай дата түгел. Рәсәйҙә һәм беҙҙең республикала ла яҡшы тауар етештерә беләләр.
Урман шаулап үҫә, дәүләт кенә түгел, таҙа ҡуллы булмағандар ҙа шуны һатып кәсеп итә. Яңы йыл алдынан был йәнә лә көнүҙәккә әйләнәсәк – шыршы менән сауҙа миҙгеле яҡынлша.
Ағиҙелдән- Иртышҡа. Башҡортостан Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килеште.
Ҡурай моңо – үҙе бер дауа. Беҙҙә генетиканы өйрәнеү буйынса үҙәк асыу башланғысын күтәрәләр.
Бар донъяны дер һелкеткән, Рәсәй империяһын юҡҡа сығарған октябрь түңкәрелешенең бер быуатлығын билдәләнек.
Рәсәй генә түгел, элекке Советтар союзы республикаларында миллиондарса кешенең яратҡан артисын да юғалтыҡ. Сатирик Михаил Задорнов китеп барҙы. "Хәҙер кем Американан көлөр инде?"-, тигән һорау сыҡты күптәр ауыҙынан Задорновтың вафатын һуң.