2017-не оҙатып 2018 йылға аяҡ баҫтыҡ. Оҙайлы Яңы йыл каникулдары һәм беренсе эш аҙнаһы менән бергә, күҙ асып йомғансы, ғинуарҙың яртыһы үтеп тә киткән. Әммә байрам дауам итә, тип әйтергә мөмкин, сөнки бөгөн рәсми булмаһа ла, тағы бер дата – Иҫкесә яңы йылды билдәләйбеҙ. Беҙҙең илдә шундай йола йәшәп килә – яңы йылды ике тапҡыр ҡаршы алабыҙ. Беҙ ҙә йоланы боҙмайбыҙ, һәр йәкшәмбе аҙнаға йомғаҡ яһайбыҙ. Был юлы иһә беҙҙең ижади төркөм уҙып барған аҙнағы ғына түгел, ә ғинуарҙың беренсе яртыһында булған мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...
Яңы йыл – яңы закондар. 2018 йыл ниндәй үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар алып килә?
Шифалы үләндәр көлгә әйленде. Өфө районында Гордеев заводы янды. Танылған фитотерапевт республика халҡынан ярҙамға өмөт итә.
Мөғжизәле Башҡортостан... Яңы йыл каникулдарында республикала меңәрләгән турист ял иткән. Ҡышҡы туризм үҙенсәлектәре һәм мөмкинлектәре.
Әсәм теле миңә – сәсән теле… Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен белеүсе иң яҡшы уҡыусылар асыҡланды. Өфөлә төбәк-ара олимпиада үтте.