Календарҙа яҙ булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай. Күрәһең, ҡышын яумаған ҡар, мартта нормаһын үтәргә булған. Шулай ҙа яҙ үҙенең хоҡуғын белдертә. Урамдарҙан гөрләүектәр аға, ҡыйыҡтарҙан тамсы тама. Миҙгел алмашына, тирә-яҡ үҙгәреш кисерә. Тәбиғәт тә генә түгел, ә ижтимағи-сәйәси тормошобыҙҙа ла ҙур үҙгәрештәр булмаҡсы. Ил халҡы киләсәк өсөн тауыш бирҙе – дәүләт башлығын һайланы. Уҙып барған аҙна ошо ҙур ваҡиғанан ғибәрәт булды, тиһәк хата булмаҫ. Әммә башҡа ҡыҙыҡлы һәм мөһим саралар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Беҙҙең ижади төркөм ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...
Беҙҙең ил. Беҙҙең һайлау. Беҙҙең президент. Рәсәй халҡы дәүләт башлығы өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостанда электораттың 75 проценты гражданлыҡ хоҡуғы менән файҙаланды.
Республика етәкселеге хисап тотто. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте 2017 йылдағы эшмәкәрлеккә отчет бирҙе. Ниндәй уңыштарға өлгәшелгән һәм ниндәй етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарырға кәрәк?
Беҙ менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә. Уның үренә ҡыйыуҙар, тырыштар ғына етә. Республикала йәш ғалимдарға 1 миллион һум грант вәғәҙә итәләр.
Науруз йылға баш булыр...Башҡортостанда төркиҙәрсә Яңы йылды ҡаршы алдылар. Өфөлә Науруз республика байрамы үтте.