Зиннур Ураҡсиндың "Сатин күлдәк" юмористик хикәйәһе

          Телсе-ғалим, яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың тыуыуына - 80 йыл. Ул - ғилми эшмәкәрлеге, художестволы ижады менән рухиәтебеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырған абруйлы шәхес. 300-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт яҙған, төрлө һүҙлектәр төҙөгән. Шулай уҡ башҡорт халҡының кантондар системаһы ваҡытындағы тормошон сағылдырған  «Ҡарат», «Карауанһарай» тигән романдар, кеше күңеленә йылылыҡ өләшер хикәйәләр, "Күтәрелә күк томан", "Әрем әсеһе" исемле повестар ижад иткән яҙыусы.

         һеҙҙең иғтибарға Зиннур Ураҡсиндың «Сатин күлдәк» тип аталған юмористик хикәйәһен  тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров уҡый. Радио фонды өсөн 2009 йылда яҙылды.

Мөнир Ҡунафин "Бер ғүмер етмәй икән". Ролдәрҙе М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры артистары башҡара.
Әҙәби уҡыуҙар
Юморескалар. Авторы - Рәзилә Ырыҫҡужина.
Әҙәби уҡыуҙар
Ярулла Вәлиев "Хәйерле иртә, Исмәғил!" Ролдәрҙе М.Ғафури ис.БДАДТ актерҙары башҡара. Радио фондынан.
Әҙәби уҡыуҙар
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ