Факил Мырҙаҡаев. "Өҙөлгән сәфәр". Хикәйәнең башы

«Әҙип әҫәрен уҡый». Яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факил Мырҙаҡаев  Миәкә районының Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. Уның хикәйә-повестарҙан торған  «Ҡамғаҡ», «Ҡайын һуты», «Яҙмыш фалы – йәшлектә» һ.б китаптары уҡыусы күңеленә хуш килде. Әҫәрҙәре татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. Әҙип үҙе лә Сыңғыҙ Айтматов, Василь Быков, Василий Шукшин һ.б әҫәрҙәрен башҡортсаға әүҙем ауҙара. 

       Иғтибарығыҙға  «Өҙөлгән сәфәр» хикәйәһенең башын  тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. 

Мөнир Ҡунафин "Бер ғүмер етмәй икән". Ролдәрҙе М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры артистары башҡара.
Әҙәби уҡыуҙар
Юморескалар. Авторы - Рәзилә Ырыҫҡужина.
Әҙәби уҡыуҙар
Ярулла Вәлиев "Хәйерле иртә, Исмәғил!" Ролдәрҙе М.Ғафури ис.БДАДТ актерҙары башҡара. Радио фондынан.
Әҙәби уҡыуҙар
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ