Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева күркәм юбилейын билдәләй. Олпат ғүмер артылышына ул халҡыбыҙ, телебеҙ, милли мәғариф һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡына атҡарылған ҙур эштәре менән килде. Мәрйәм Бураҡаева әҙәбиәткә 1975 йылда донъя күргән тәүге китабы менән аяҡ баҫа. Әҫәрҙәрендә әхлаҡ, тирә-яҡ мөхит, намыҫлы хеҙмәт, ҡаһарманлыҡ темаларын күтәрә. Нәфис һәм документаль фильмдар сценарийҙарын ижад итә. Авторҙашлыҡта яҙылған “Тормош һабаҡтары”–“Башҡорт мәҙәниәте” дәреслектәренең йәш быуынға аң-тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте йәмәғәтселек тарафынан лайыҡлы баһа алды. Мәрйәм Бураҡаева – Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына ихлас күңелдән илһамлы ижад, һаулыҡ теләйбеҙ. Мәрйәм Бураҡаеваның “Төш” хикәйәһен Башҡортостандың халыҡ артисы Илсейәр Ғизетдинова уҡый.