Нурислам Шәйхулов. "Ҡаҙ бәпкәләре ҡара". 1- се тапшырыу

Ә. Муллағолова: Яҙыусы, уҡытыусы, журналист Нурислам Шәйхуловтың тыуыуына – 90 йыл. Ул 1929 йылда Ғафури районында  тыуа. Ата-әсәһе,  колхозлашыу осоронда Белорет районына күсеп, йәшләй донъя ҡуя. Туғандарын ҡарап үҫтереү егет иңенә төшә. Ул ситтән тороп Белорет педучилищеһын тамамлай, аҙаҡ Стәрлетамаҡта белем ала.  Ғүмер буйы мәктәптә балаларҙы башҡорт теле-әҙәбиәте серҙәренә өйрәтә һәм район гәзитенең даими хәбәрсеһе була.  

        Иғтибарығыҙға Нурислам Шәйхуловтың  «Ҡаҙ бәпкәләре ҡара» әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова уҡый.

        Нурислам Шәйхулов нәфис ижадҡа   1980-се йылдарҙа бай тормош тәжрибәһе туплап, ҡәләмен ныҡлы “сарлап” килә. Уның повесть-хикәйәләрҙән, нәҫерҙәрҙән торған “Шаулай Еҙем”, “Һағындырыр һандуғасы” китаптары  донъя күрә.  Балаларға тәғәйен “Хәүефле сәфәр” исемле мажаралы китабын да   уҡыусылар  яратып ҡабул итә.

Юморескалар. Авторы - Рәзилә Ырыҫҡужина.
Әҙәби уҡыуҙар
Ярулла Вәлиев "Хәйерле иртә, Исмәғил!" Ролдәрҙе М.Ғафури ис.БДАДТ актерҙары башҡара. Радио фондынан.
Әҙәби уҡыуҙар
Морат Рафиҡов "Позывнойы "Кәкүк".
Әҙәби уҡыуҙар
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ