,,Иман,, тапшырыуының уҙған аҙналағы сығарылышында матбуғатта дин темаһының яҡтыртылыуы хаҡында һүҙ алып, баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан сығарылған "Рисәләт" газетаһы менән таныштырҙыҡ. Шулай уҡ дин тураһында "Башҡортостан", "Шоңҡар", "Толпар", "Йәшлек" кеүек республика баҫмаларында ла күп яҙалар. Был сығарылышта "Киске Өфө"ләге яҙмалар хаҡында дин әһелдәренең фекерен ишетербеҙ.