7 апрель Башҡортостан концерт залында үтәсәк "Иман нуры-халҡыма" хәйриә концертынан йыйылған килемде мәсет төҙөүгә тотоноу ниәтләнгән. "Беҙ концертты дин тип атамайбыҙ, намаҙ уҡымайынса, йыр йырлап йөрөгөҙ, тип тә әйтмәйбеҙ. Бәлки, сәхнә аша йүнәлеш күрһәтергә теләйбеҙ, дингә, иманға өндәйбеҙ һәм сәхнәлә әҙәп мәсьәләһен дә күтәрәбеҙ", ти "Иман" тапшырыуының алып барыусыһы Морат Лоҡманов.