Хәйбулла районы мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова

 

Йәшәү йәме
Хәйбулла районы мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова
Йәшәү йәме

      Хәйбулла районы - Башҡортостандың иң көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Бында халыҡ ижадына, йыр сәнғәтенә битараф булмаған, оҙон көйҙәргә мөкиббән халыҡ йәшәй. Атаҡлы ҡурайсыларҙың, йырсыларҙың, сәсәндәрҙең моңо менән һуғарылған таланттар төйәгендә халыҡ гәүһәрҙәренең баһаһы ҙур.  Районда үҙенсәлекле таланттарҙы асыуға, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлауға, боронғо йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова – ошо өлкәлә әүҙем эшләгән уңғандарҙың береһе.

        Хәйбулла ерендә йолаларҙы онотмаған, улары ҡәҙерләп һаҡлаған рухлы халыҡ йәшәй. Миңзифа Ибраһим ҡыҙы әйтмешләй, уларҙы ойошторорға ғына ҡала. Бөтөн матур башланғыстарҙы “һә” тигәнсе күтәреп алыусылар, ярҙамсылары күп мәҙәниәт хеҙмәткәренең. Һәр бер ауылдың тиерлек үҙенең сәсәндәре, йырсылары, бейеүселәре бар. Йылдан–йыл күберәк ойошторолған төрлө фольклор байрамдаранда улар тағы ла арта бара, яңы исемдәр асыла. Талантлылар республика кимәлендәге сараларға ла сығып, үҙәрен таныта. Эш дауам итә. Бынан ике йыл элек районда күренекле сәсәниә Әсмә Усманова исемендәге  тәүге сәсәндәр ярышы үткәрелә. Сәмле, рухлы ярышты артабан да үткәрергә ниәтләйҙәр.

       Район халҡы бренд булыуға дәғүә итерлек әллә күпме байрам уйлап сығарып, уларҙы матур итеп ғәмәлгә ашырҙы. Башлыса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ағинәйҙәре инициативаһы менән ойошторолған бындай саралар башҡа бер районда ла үткәрелгәне булмауы менән үҙенсәлекле, - ти Миңзифа Ибраһим ҡыҙы. Мәҫәлән, Һаҡмар-Наҙарғол ауылында - ҡорот, Степнойҙа - картуф байрамы, Аҡназарҙа - ашҡабаҡ, Ҙур Арыҫланғолда - ҡамыр, Әбүбәкерҙә - тәгәрмәс, Подольскийҙа - яулыҡ, Быҙаулыҡта - яҫтыҡ, Иләстә - ситән, Яңы Ергәндә – балсыҡ байрамы уҙған. Ойоштороусылар фекеренсә, был саралар ауыл халҡын үҙ көнитмешен яҡшыртыуға әүҙемләштерә, үҫеп килгән быуында хеҙмәткә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләй. 

Йәшәү йәме
Йәшәү йәме
Йәшәү йәме
Йәшәү йәме
Йәшәү йәме
Йәшәү йәме
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями