Ҡояшлы күңеле менән бар донъяны балҡытып, башҡаларҙы янып йәшәргә әйҙәгән кешеләр арабыҙҙа байтаҡ. Нуриман районының Баш-Шиҙе ауылында йәшәүсе ветеран–уҡытыусылар Светлана һәм Рәмис Вәлиевтар хаҡында ла тап шулай тиергә мөмкин. Бер нисә быуын уҡыусыны аҡыллы, төплө кәңәштәре менән белем донъяһына алып ингән, уларҙың йөрәгендә онотолмаҫ эҙ ҡалдырған Вәлиевтар әле лә алдынғы сафта. Улар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, кешеләрҙе яҡшылыҡ, изгелек юлына әйҙәй. Баш-Шиҙенең хөрмәтле ағинәйе менән аҡһаҡалын ауылдаштары ғына түгел, райондаштары ла ифрат хөрмәт итә.
Ауыл ерендә уҡытыусылар элек-электән бөтөн башланғыстарҙың башында торған. Ғүмер буйына йәмәғәт эштәрендә йөрөп, халыҡ менән аралашып өйрәнгән уҡытыусылар хаҡлы ялға сыҡҡас та тынғы тапмай. Вәлиевтар ҙа тап шундайҙар затынан. Яҡташтарын дингә, яҡтылыҡҡа, изгелеккә, айыҡ тормошҡа өндәй улар. Райондың почетлы гражданины Рәмис Хәзей улы быны дини нәсихәтәттәр, вәғәздәр аша эшләһә, Светлана Ғабдрахман ҡыҙы ҡобайыр ҡоя. Тәүге ҡобайырҙарын ул бынан 20 йыл элек ижад итә. Төрлө йола байрамдарына махсус яҙылған, ауылдаштарына, тыуған яғына арналған ҡобайырҙарының бөгөн иҫәбе ярайһы күп.