Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Сөйәрғолова

 

Йәшәү йәме
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Сөйәрғолова
Йәшәү йәме

          Бала саҡ — кеше үҫешенең иң мөһим осоро. Ул киләсәк тормошҡа әҙерлек кенә түгел, яҡты, үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ ғүмер баҫҡысы. Сабыйҙың бала сағы нисек, ниндәй шарттарҙа үтһә, ниндәй белем һәм тәрбиә алһа, киләсәге лә шулай яҙыла. Мәктәп баланың бөтә яҡлап формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Шуға ла уҡытыусының уҡыусылар өсөн бөтә йәһәттән өлгө булыуы бәхәсһеҙ. Ул хатта балаға аң-белем, тәрбиә биреп кенә түгел, ә лайыҡлы йәшәү өсөн дөрөҫ һуҡмаҡ һайлай белеү юлдарын да күрһәтергә бурыслы. Ә был мөһим ғәмәлде ысын уҡытыусы исемен йөрөтөргә лайыҡлылар ғына башҡара ала. Сығарылыш тап шундай уҡытыусыларҙың береһе -  Әнисә Булат ҡыҙы Сөйәрғолова тураһында.

         Рәми Ғариповтың ижадын ифрат үҙ иткән Әнисә Булат ҡыҙы менән тәүге танышлыҡ ,,Минең Рәми,,  тип аталған шиғриәт байрамында булды. Уҡыусылары менән был байрамға Ишембайҙан килгән уҡытыусының сығышын беҙ - юлдаштар ситән һоҡланып күҙәткән иҫтә. Хәтерегеҙҙә булһа, ,,Юлдаш,, радиоһы ойошторған ,,Минең Рәми,,  тип аталған был сарала теләге булған һәр кем шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләй ала ине. Үҙенсәлекле марафон бер–нисә сәғәт барҙы. Берәүҙәр сәхнәнән төшә торҙо, уларға алмашҡа икенселәре  килде. Әнисә Булат ҡыҙы менән танышҡас иһә, ул үҙе генә лә майҙан тота алыр ире тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки Рәми Ғариповтың ижадына мөкиббән киткән геройыбыҙ уның бихисап шиғырҙарын яттан белә. Күңел һандығында бүтән шағирҙарҙың да ижад емештәре һаҡлана. “Уҡыусыларыма башҡорт теленең матурлығын тап шиғыр, йыр аша аңлатырға тырышам” – ти уҡытыусы.

Бер нисә тапҡыр МХО-ла булып ҡайтҡан табип Әлфрит Йосопов.
Йәшәү йәме
Мәскәү башҡорттары. Хәлимә Ғәббәсова.
Йәшәү йәме
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Клара Абдуллина. Әбйәлил районы.
Йәшәү йәме
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии