“Ғүмер миҙгеленең һылыуы” исеменә лайыҡ бөгөнгө геройыбыҙ Жанна Йомадил ҡыҙы Солтанова. Ул сығышы менән – Салауат районы Мөрсәлим ауылынан. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икәнен аңлап, йәшәүҙең ҡәҙерен белгәнгәме ҡартлығы ла бәхетле, күркәм. Әүҙем йәмәғәтсе, мәғариф ветераны, Өфө районы Дим биҫтәһенең ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, тынғыһыҙ холоҡло, һис зарлана белмәҫ әңгәмәсем менән тормош, ғүмер асылы хаҡында һөйләшербеҙ.