Билдәле боксер Денис Шафиҡов

Ҡамсат бүрек, башҡорт еләне, ринг һәм боксер бирсәткәләре… Ошолай тигәндә,  спорт донъяһынан алыҫ торғандар ҙа, күҙ  алдына данлы милләттәшебеҙ Денис Шафиҡовты баҫтыра торғандыр. Үҙенсәлекле ҡиәфәте менән күптәрҙе ғәжәпләндергән, ватандаштарында иһә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан йәш замандашыбыҙ, бокс майҙанында ,,Сыңғыҙхан,, исеме менән билдәле. Фин промоутерҙары менән контракт төҙөгән саҡта, Азия халҡына хас йөҙ һыҙарттарына ҡарап, уға ошондай ҡушамат алырға тәҡдим итәләр. Егет ризалаша, әммә рингҡа башҡорт милли кейемендә сығасағын да белдерә. Ни өсөн тап Сыңғыҙхан һуң? ,,Сыңғыҙхан баҫып, яулап алыусы булараҡ танылған. Ә күптәр тәҡдим иткән Салауат Юлаев – азатлыҡ өсөн көрәшсе. Сыңғыҙхан кеүек миңә лә рингты ҡара тир менән яулап алырға тура килгәнлектән, тап ошо образ миңә ҡулайыраҡ тойолдо,, - ти Денис. Үҙе әйтмешләй, бокс рингына яулап алыусы булып ,,баҫып,, ингән Денис Шафиҡов – “Йәшәү йәме” тапшырыуының геройы.

Фото №1 - Билдәле боксер Денис Шафиҡов
Күренекле сәйәсмән, билдәле дәүләт эшмәкәре Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов.
Йәшәү йәме
Йырсы, бейеүсе егет Айҙар Исхаҡов.
Йәшәү йәме
Белорет районы Ассы ауылынан Рауза Моталлапова.
Йәшәү йәме
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии