Фая Мөхәмәтвәғизова: "Уҡытыусы күп белергә тейеш!".

        Әнисә Муллағолова:

- Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, иркен төҙөк йорт, ишле берҙәм ғаилә күңелгә йылы бөркә. Фая ата-әсәһе, ике өләсәһе, туғыҙ туғаны араһында үҫкән. Итәғәтле,  яғымлы,  эшкә тилбер, етмәһә, матур бейей, сәнғәткә ғашиҡ.   Был күркәм сифаттарҙы Өфөлә уҡығанда ғына түгел,  ауылда ла күреп-һынап, Рәйес Вәғизов буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенән ҡыҙҙың ҡулын һорай. Уларҙың тиң-татыу йәшәүенә әле 46 йыл. Фая Сабит ҡыҙы ғүмер буйы белемгә, яңылыҡҡа ынтыла. «Элегерәк ситтән тороп Ленинградта психолог һөнәренә лә уҡып сыҡтым», – ти ул. Әле был ханым 70-кә аяҡ баҫырға йөрөй. Һаман да ике урында эшләй. Колледж, мәктәп директорҙарына, йәш быуынға тәбиғәттән яралған ошондай педагогтар бик кәрәк. Шуға әле лә етәкселәре ихлас итеп, эшләй күрегеҙ, ти.  

Айҙар Мәжитов, тарихсы. Баймаҡ районы.
Йәшәү йәме
Гөлназ Тоҡомбәтова. Ейәнсура районы.
Йәшәү йәме
Зифа Билалова, Әбйәлил районы.
Йәшәү йәме
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ