Илкәйемдә шундай апайҙар бар,
Танылған шағирә Зөлфиә Ханнанованың ошо шиғыр юлдары "ирҙәр күтәрмәҫлек йөк тартҡан" сая ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арналған. Шулар араһында талантлы режиссер Наилә Сәфәрғолова ла бар. Ул - Стәрлебаш районы Шәкәр ауылында тыуып үҫкән ябай ауыл ҡыҙы. Үҙе әйткәнсә, «Өйөбөҙ ике тирәк араһынан урғылып сыҡҡан шишмә янында ғына ине. Шунда, шау-гөр килеп, атай-әсәйемдең йылы ҡосағында һигеҙ бала үҫтек», – тип хәтерләй ул. Уның күңел донъяһын әллә шул урғылып сыҡҡан саф шишмә һыуҙары байытты микән, Наилә Әбделхәй ҡыҙы тиҫтә-тиҫтә йылдар күҙгә күренмәгән ижад йөгөн тартып, «бар халҡымдың рухын күтәрә». Уның күңелендә әленән-әле яңы ижади проекттар барлыҡҡа килә тора һәм тиҙ арала өлгөрөп етеп, халыҡ күңеленә һары майҙай яғыла… Уларҙың һәр береһен ҡарағандан һуң: «Бүләк иттең беҙгә йәшәү йәмен», – тип ҡолас йәйеп уға ҡаршы барам һәм ихлас күңелдән рәхмәттәремде еткерәм. Ошондай хис-тойғо кисергәндәр йөҙҙәрсә-меңдәрсәлер... (Әнисә Муллағолва)
Бар халҡымдың рухын күтәргән,
Йәнкәйҙәрен тапап уҙһалар ҙа,
Юғарыраҡ улар күптәрҙән.
Илкәйемдә шундай апайҙар бар,
Бәндәбикә ише һәр бере!
Ус төбөндә генә йөрөтәйек,
Ҡыҫҡа бит ул бәндә ғүмере!