Ғәбит Ғатин, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы

1981 йылда юғары уҡыу йортон тамамлаған Ғәбит Ғатинды Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.   Йәш егет Ишембай яҡтары һылыуы Клара Әнүәр ҡыҙына өйләнеп, береһе – тел, икенсеһе – математика уҡытырға килеп төшә.  Элекке мәсет  нигеҙендәге мәктәпте күреп, иҫкелегенә иҫе китә уларҙың. Шулай ҙа Ғәбит ағай үҙе әйткәнсә, «ауыл малайы», етмәһә, ГДР-ҙа армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан, тормошто күпмелер күргән әзмәүерҙәй йәш етәксе баҙап ҡалмай. Эште кадрҙарҙан башлай. Ул арала илдә көрсөктәр көсәйә. Төрлө имеш-мимештәрҙән кешеләрҙең кәйефе ҡырыла... Шул мәлдә ауыл интеллигенцияһы халыҡтың рухи терәгенә әйләнә. Ә уның таймаҫ бағаналарының береһе – Ғәбит ағай Ғатин була. 1991 йылда ил саҡ тын ала,  ә Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылында ҙур мәктәп-комплекс балаларға үҙ ишеген аса! 

Айҙар Мәжитов, тарихсы. Баймаҡ районы.
Йәшәү йәме
Гөлназ Тоҡомбәтова. Ейәнсура районы.
Йәшәү йәме
Зифа Билалова, Әбйәлил районы.
Йәшәү йәме
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями