Силәбелә йәшәүсе эшҡыуар Вилдар Әбдрәшитов

Силәбелә йәшәүсе эшҡыуар Вилдар Әбдрәшитовҡа 36 йәш. Ябай,  алсаҡ  кеше. Уныңса әйткәндә, «Силәбе башҡорттарының телен һаҡтап, жайҙап-тәмдәп һөйҙәй, аңдата». Яҙмышы ла ҡыҙыҡ, ҡатмарлы, фәһемле булып сыҡты.  16 йәштә сағында Вилдар ике ҡустыһы менән атайһыҙ ҡала. «Хәл өҫтөндә ятҡанда атайым, жәл, улым, инәйең менән ҡыҙ балдар ҙа үҫтерербеҙ тигәйнек, үкенес ҡалды, тип күҙҙәрен йомдо.  Армиянан ҡайтҡас, атай хыялы миңә васыят булған, тип уйҙаным да,  21-ҙә инем,  инәйем менән һөйҙәшеп, балалар йортонан ҡыҙ бала алдыҡ. Теле асылған ине.  1 ай үткәс теге бала, унда апайым ҡалды, тимәһенме…  Беҙгә директор өндәшмәгән!  Документтар жыйып,йәшәү шарттарын жайҙап, 6 айҙан, уны ла апҡайттыҡ», тип хәтерләй. Ҡыҫҡаһы, Вилдар  Әбдрәшитовтың (үҙе әйтмешләй) «ирмәк хәлдәре» күп... 

Венер Сурин, Хәйбулла егете.
Йәшәү йәме
Ансар Исҡужин, "Алтын ай" ансамбле етәксеһе. Мәскәү ҡалаһы.
Йәшәү йәме
Көслө рухлы Зәниә Мөхәмәтйәнова, Өфө районы.
Йәшәү йәме
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ