Ә. Муллағолова:
«Йәшәү йәме» тапшырыуында бөгөн һүҙебеҙ тап шундай һөнәр эйәләренең береһе – Әлфирә Усман ҡыҙы Ноғаманова тураһында. Ул Архангель районы Ҡыҙғы ауылында йәшәй. 1980 йылдан алып бөгөнгә тиклем үҙ эшенә тоғро ханымды халыҡ «беҙҙең табип» тип йөрөтә.
Һәр замандың була яман сире,
һәр бер сирҙең була докторы…
тиҙәр. Элек ауылда берәйһе сирләп китһә, янындағы яҡынына, докторҙы саҡырт йә докторға барам, ти торғайны. Ул доктор – ауыл фельдшеры-акушеры, әлбиттә. Бөгөн дә ауыл кешеһе күңелендә-тәнендә ниндәйҙер шик тойһа,сырхап китһә, иң элек фельдшерҙарға йүгерә. Улар – ауылдың төрлө йүнәлештәге табибы урынында. Һауығырына өмөтләнеп килгәндәрҙең күңелен һүрелтмәҫкә, бөлгәндәрҙә ышаныс уята алырға тейеш ул. Сөнки күңел торошо, оптимизм – сәләмәтлек нигеҙе тигән ҡанатлы һүҙ бар. Сирлегә ҡанат ҡуйыр өсөн табип булыу ғына етмәй. Күҙ ҡарашың, йомшаҡ ҡулың, тауышың, йылы һүҙең менән дә ауырыу кешегә тәьҫир итеү кәрәк. Тимәк, табип – психолог та тигән һүҙ. Ауыл ерендә әле лә күпселек фельдшер-акушерҙар ниндәйҙер кимәлдә табип, психолог сифаттарына эйә.