ОЛО-ТЕЛӘК.

Янған кешеләр. Оло-Теләк.

Махсус репортаж
ОЛО-ТЕЛӘК.
Махсус репортаж

Камила: Улым армиянан ҡайтып килгәндә, бүләктәр алып, ҡупшыланып, ҡыуанып ҡайтып барғанында янып үлде. Хәрби билетының киҫәген генә таптылар. Ныҡ ярҙамсыл ине. Иҫән ҡалһа ла, үҙе янһа яныр, тик башҡаларҙы ҡотҡарыр ине...

Наталья Кудашева: 64 процент яндым. Башта бер нәмә лә аңламаным. Йоҡлай инек. Уянғанда, сәстәрем үрә торған ине. Битемде ҡапланым. Ирем иҫән ине, дауаханала стафилоккок индерҙеләр. Үлде.

Омск. Володя Дубинин исемендәге мәктәптән иң яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан 26 уҡыусы һәләк була. 4 кеше генә иҫән ҡала. Һәләк булған баланың әсәһе: Улыма 11 йәш ине.

Машинист Сергей Столяров ул көн тауар поезында 212-се үткәреп ебәреп, аҙаҡтан был хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килә. Йәғни әгәр кемдер тәмәке ташлаһа, йә берәйһе үтһә лә шундай уҡ күләмдәге шартлау булыр ине, тик ҡорбандар аҙыраҡ булыр инеме тигән һорауыма ул былай тип яуап бирә:....

Виктор Хворов: Силәбе кешеһе. Афган яуын үткән. Оло Теләк фажиғәһендә зыян күреүеселәрҙең туғандары ойошмаһын етәкләүсе. Оло Теләктә ҡатынын һәм ике балаһын юғалта: Газ сигнализаторҙары проектта була бит. Теракт тигән вариант та бар. Тау башынан ракетницанан атҡандар...

Наилә: Ҡәйнәм әкрен генә әйтте хәбәрҙе...Ирем командировканан самолетта ҡайтырға тейеш була, әммә Мәскәүгә барып етмәй, Силәбелә үк эшен бөтөрөп, юҡ билетты бар итеп, ошо поездға ултыра...

...Улар бер ҡасан да унда осрашмаҫҡа, Адлерҙан сыҡҡан һәм Адлерға сыҡҡан поездар бер ваҡытта үтмәҫкә тейеш була. Әммә Адлер-Новосибирск нимәлер боҙолоу арҡаһында тотҡарлана, ә Новосибирск-Адлер Силәбелә оҙаҡлай. Диспетчерҙар балалар өсөн өҫтәмә вагондарҙы алға тағырғамы, артҡа тағырғамы икәнен оҙаҡ уйлай.

...Иҫән ҡалған һалдаттар ярҙам күрһәтә. Башта бик һирәк ҡотҡарыусыларҙа брезент бирсәткәләр һәм ташыусы махсус арбалар була. Һалдаттар портянкаларын йыртып, ҡулдарын бәйләй һәм ярҙамға ашыға. Янған кешеләргә тейеп булмай. Янған тәндәр ҡулдарҙа ваҡланып ҡойола.

...Конпенсация. Ваҡытында, был ваҡиғала ҡатнашҡаны өсөн кемдер миҙалдар ҙа ала, мәртәбәһен дә күтәрә. Тик ауыртыуҙан әсенеп ҡысҡырған, һуштан яҙған, үлгән кешеләрҙең күҙҙәрен күргән, тәүлектәр буйы дежурҙа булған, уларҙы оҙатҡан, ҡаршы алған кешеләргә наградалар кәрәк булмай. Ул саҡта ҡара ҡайғыларҙан бөгөлгән кешеләргә, яҡынын көлөн булһа ла аҡылдан яҙып эҙләгән кешеләргә бер ни кәрәк булмай.

Анна: Деньги они все пропали. Мы не могли ими пользоваться.

...Тик кешеләр, мәрхәмәтле кешеләр бер йоҙроҡ булып төйнәлә, бер-береһенә ярҙам итә. Донор булырға ҡан бирергә оҙон-оҙаҡ сираттар теҙелә. Кешелеклелек. Изгелек. Миһырбанлыҡ. Бер ғүмер оҙонлоғо торған рейс. Оноторлоҡмо?

Тапшырыу:

Фото №1 - ОЛО-ТЕЛӘК.
Берәҙәк эттәр.
Махсус репортаж
Ауыл эшсәндәре. Республикала ауыл эшсәндәренә иғтибар ҙур. Төрлө программалар, проекттар эшләй.
Махсус репортаж
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау.
Махсус репортаж
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии