Тормошобоҙҙо ҡапыл үҙгәрткән, хәҙерге замандың мөһим әйберҙәренең береһе – интернет. Барлыҡ һорауҙар менән дә интернетҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Уҡыуҙа ла, эштә лә ярҙам итә. Ҡайһы берәүҙәр интернеттан бөтөнләй айырылмай. Дуҫтары ла, мөхәбәттәре лә интернетта. Хөрмәтле радиотыңлаусылар, ә һеҙ интернетта нимә эҙләйһегеҙ? Бөгөн ошо хаҡта һөйләшәйек.