Элек фотоға күп төшөргә ярамай, тигәндәр. Төшөрөүсеһе лә булмағандыр, төшкәндәре лә һаҡланмағандыр. Бөгөн иһә төрлө фотосессиялар йыш ойошторола. Бала табыу йортонан сыҡҡандан алып тормоштағы һәр мәлде кеше фоторәсемдә һаҡлап ҡалырға тырыша. Был яҡшы күренешме? Дуҫтар, ә һеҙ фотоға төшөргә яратаһығыҙмы? Ошо хаҡта фекер алышайыҡ әле.