Элек-электән һандар кешеләрҙе үҙҙәренең серлелеге менән арбаған. Уларҙа ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ көс, тылсым йәшеренгән тип иҫәпләүселәр булған борон. Һандар бөгөн дә күптәрҙе арбай. Берәүҙәр нумерологтар кәңәшен тотоп, үҙенең бәхетле һанын иҫәпләп сығарырға тырыша. Икенселәр тормошондағы төрлө ваҡиғаларҙы, уңыш-уңышлыҡтрҙы һандарға бәйләй. Һандар менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға тарығандар ҙа арабыҙҙа байтаҡ. Бөгөн һеҙҙе һандарға бәйле күҙәтеүҙәр менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ.