"Донъя минең — үҙ өйөм, Донъя моңо — үҙ көйөм..." Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Шағирҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, уның яҙғандары әле лә көнүҙәк. Һәр быуын кешеһе уны үҙенсә күрә һәм аңлай.