Һәләт балаға тыумыштан бирелә. Юҡҡа ғына "булыр бала - биләүҙән", тип әйтмәйҙәр. Кескәй сағында уҡ малай-ҡыҙҙарҙың ҡыҙыҡһыныу-ынтылыштарын белеп, ата-әсә балаһының һәләтен үҫтерә ала. Тик бының өсөн нимә эшләргә? Әлбиттә, өйҙә һәм белем усағында бар мөһим шарттар ҙа булдырырға.