Яҙ етеү менән өлкәндәр "аллаға шөкөр, йәшел үләнгә баҫтыҡ", тип ҡыуана. Аслыҡ, етешһеҙлек заманын кисергән оло быуын вәкилдәре үҙҙәрен туйындырған, көс биргән тәбиғәт байлығын – йәшел үләнде ҡәҙерләй. Бөгөнгө етеш тормошта беҙ ашарға яраҡлы үләндәргә артыҡ иғтибар биреп бөтмәһәк тә, уларҙың шифаһы быуаттар дауамында һыналған һәм иҫбатланған.