30 сентябрҙә Рәсәйҙә Интернет көнө билдәләнә. Изге китаптарҙың береһендә ер шарын ау сырмауы тураһында киҫәтелә. Беҙ бөгөн ошо көнгә килеп еттек, булһа кәрәк. Ерҙе үрмәкес ауылай һырыған интернет селтәренә килеп эләккәндәр үҙҙәрен нисек тоя, хәҙер интернетһыҙ йәшәп булырмы, уның кире яҡтары күберәкме, файҙаһымы? Ошо һорауҙарға яуаптарҙы Самауыр янында бергәләп эҙләйек.