Аҙаштар

1998-99 йылдарҙа Башҡортостан егете Рөстәм Кәримов Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Бер мәл командиры уны саҡыртып ала ла: “Ни эшләп туғандарыңа хат яҙмайһың, улар һинең өсөн борсола бит” тип шелтәләй башлай. Һалдат аптырашта ҡала, сөнки тыуған яҡтарына хатты унан да йышыраҡ яҙыусы булмай. Командир шул саҡта һалдаттар араһында тағы ла бер Рөстәм Кәримовтың барлығын иҫенә төшөрә. Ике аҙаш бер-береһе менән шунлай таныша.

Сығарылыш исем–шәрифтәге оҡшашлыҡтар һәм ошоға бәйле мәҙәк хәлдәр тураһында.

Бер мәл Рөстәмдең тыуған көнө алдынан әсәһе посылка ебәрә. Әммә көтөлгән күстәнәстәр урынына егеткә “Һөйөнсө, улың тыуҙы” тигән телеграмма тапшыралар. Башта ул, әлбиттә, көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡып ҡала. Һуңынан иһә аҙашын иҫкә төшөрә. Уның казармаһына барһа, Рөстәм посылканы асып, “миңә өйҙән бындай әйберҙәр һалмайҙар ине бит әле” тип аптырап ултыра, имеш. Ҡыуаныслы яңылыҡты хәбәр иткәс иһә һалдаттың түбәһе күккә тейә. Егеттәр ҡыуана-ҡыуана посылка күстәнәстәре менән сәй эсә...

Башҡортостан фәне, беҙҙең ҡаҙаныштар, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр. Студия ҡунағы - БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов.
Өфө һөйләй
Ауыл тренеры.
Өфө һөйләй
Журналист һәм яугир Бәйтулла Фәтҡуллин.
Өфө һөйләй
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ