Беҙҙә ҡунаҡта -Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нажия Аллаярова

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫ­кән Нажия Һибәт ҡыҙы Аллаярова бәлә­кәстән йырларға ярата. Уға өләсәһе Хөсниямал менән әсәһе Мәүжиҙә моңло халыҡ йырҙарын өйрәтә. Алтынсы класта уҡыған сағында уҡ сағыу тауышлы ҡыҙсыҡтың сығышын Баш­ҡортостан радиоһына яҙҙыралар. Өфө сәнғәт училищеһында һәләтле ҡыҙ Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажия Аллаярова училищены, артабан Мәс­кәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Сыңғырлап торған саф тауышлы артистка классик опера репертуарын да, баш­ҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы – композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Фото №1 - Беҙҙә ҡунаҡта -Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нажия Аллаярова
Башҡортостан фәне, беҙҙең ҡаҙаныштар, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр. Студия ҡунағы - БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов.
Өфө һөйләй
Ауыл тренеры.
Өфө һөйләй
Журналист һәм яугир Бәйтулла Фәтҡуллин.
Өфө һөйләй
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями