Шәфҡәт туташы – урта махсус медицина белемле хеҙмәткәр, дауалау-профилактик учреждениеларҙа табип ярҙамсыһы булараҡ эшләй, табип күрһәтмәләрен үтәй, ер йөҙөндәге иң шәфҡәтле һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Сирлеләргә иғтибар, юғары рухи кимәл, йомшаҡ, изге күңел, профессионализм – бына ниндәй төп сифаттарға эйә булырға тейеш бөгөн беҙ “Самауыр янында”телгә алған замандаштар.