Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша. Оҙаҡламай мәктәп уҡыусылары каникулдарға таралашасаҡ. Ошо мәлде балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә түҙемһеҙләнеп көтә. Йәшерен-батырын түгел, беҙ, өлкәндәр, балалар менән үҙебеҙ ҙә уҡыуға йөрөгәндәй. Уларҙың уңышы – беҙҙең уңыш, хәстәрҙәре – беҙҙең борсолоуҙар... Берҙәм дәүләт имтиханы – борсолоуға сәбәп биргән ваҡиғаларҙың береһе. Башҡалар йәйге ял көткән арала сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәлере ошо һынауға әҙерләнә. "Самауыр янында" ошо әҙерлек мәсьәләләре тураһында һөйләшәбеҙ.