Кешегә ғүмер итеү өсөн, һыу-һауа, ут-ерҙән ҡала, иң кәрәкле шарттарҙың береһе – моң тип әйтәләр. Йыр-моң кешене илһамландыра, күңелгә ҡанат ҡуя, дәрт уята. Ул тәбиғәттең иң ғәжәйеп мөғжизәләренең береһе һәм беҙ күҙ алдына ла килтермәгән көскә эйә. Шуға ла йырҙан айырылмаған, күңелендәгеһен йыр аша еткергән замандаштарыбыҙ бихисап. Әммә уларҙың күптәре тормошон ҙур сәхнә менән бәйләргә ашыҡмай, бары үҙе өсөн генә йырлай. Халыҡ таланттарының тауыштары иҫ киткес моңло, башҡарыу оҫталығы ҡайһы саҡ профессионалдарҙан ҡалышмай. Беҙ тыңлаусыларыбыҙға тап шундай замандаштарыбыҙ тураһында һөйләргә тәҡдим иттек.