Борон беҙҙең халыҡта бала тыуғас уны апаһына йәки ағаһына йөҙөнән элек аяғын күрһәткәндәр. Шулай иткәндә, балалар үҙ-ара татыу була тигәнгә ышанған ата-бабаларыбыҙ. Бала тыуғас та, уны ен-шайтан алыштырыуҙан да ныҡ һаҡлағандар. Сабыйҙың яңғыҙын ҡалдырырға тырышмағандар. Шайтан күлдәге кейҙергәндәр. Ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөрткәндәр. Былары иһә ҡара көстәрҙән генә түгел, күҙ тейеүҙән дә һаҡлаған, йәнәһе. Был ырымдарға әле лә ышаныусылар күп. Бала тураһында һүҙ сыҡһа, ырым–юрауҙарҙың һәммәһенә лә ышана башлайбыҙ. Күҙекетрмәйбеҙ, шатланабыҙ. Бәхетле ғаиләләрҙе тәбрикләйбеҙ.