Программаның ҡунағы - "Киске Өфө" газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева.
"Самауыр янында" тапшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тыңлаусыларыбыҙҙы "Киске Өфө" гәзитенә яҙылырға саҡырҙы. Эстафетаны Сәғиҙулла Байегеткә, Рәсүл Ҡарабулатовҡа һәм Фәнис Рәхмәтовҡа тапшырҙы. Улар эстафетаны ҡабул итерме? Кемгә тапшырыр? Артабан "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите асыҡ төркөмөн күҙәтеп барығыҙ.