Ҡояш нуры менән бергә,
Өй эсенә шатлыҡ тулған.
Яулыҡ бирәм һөйөнсөгә -
Бөгөн ейәнсәрем тыуған!
Теләп алған сабый ҡайтты,
Бишек көтә уны түрҙә.
Артабан да буш тормаһын
Бәпес элгән ошо урҙа.