Өфө-2 ҡаласығы

Ҡаласыҡ III-IV быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Исеме башҡаса аталған. Боронғо картала был ерҙә ,,Башкирди,, тигән ҡала булыуы теркәлгән. Бәлки ул бер нисә ҡаланы берләштергәндер. Хәҙерге Салауат Юлаев, Дуҫлыҡ Монументы урынында, Сочинский урамдарында айырым ҡаласыҡтар булған. Ағиҙел йылғаһы буйлап, Каманан Волгаға, унан Каспийға барып төшөп, һыу юлы буйынса сауҙа эше алып барылған.​Өфө-2 ҡаласығында ҡаҙыу эштәре 2006-сы йылдан алып барыла. Үҙе 1953 йылда асыла. Табыштарға килгәндә, Кавказ яғынан күпләп көршәктәр ҡайтарылыуы, биҙәнеү әйберҙәренең Мысыр, Һиндостандан килтерелеүе мәғлүм. Сауҙа эшенең ныҡ үҫеш алған булыуына был үҙе үк ишара булып тора. Һәр бер ҡатламдан анализға ер алып, ниндәй үҫемлектәр үҫеүе асыҡлана. Төҙөлөш материалдарына килгәндә имән, ҡайын ағастары күпләп ҡулланылыуы асыҡланды. Ағастан түшәлгән урамдар 7-8-се быуатҡа тура килә, ә иң боронғо ҡатламдарҙың 3-4-се быуатҡа ҡарағанлығы раҫланды. Өфө-2 ҡаласығы республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Марсель Шәмсетдинов менән боронғо ҡаласыҡ тураһында һөйләшәбеҙ.

Фото №1 - Өфө-2 ҡаласығы
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Өфө һөйләй
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ