1948 йылдың яҙында боронғо Ырымбур трактында, нефтселәр ҡалаһы Ишембайҙан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Оло Аллағыуат ауылында геодезистар тәүге таяҡ ҡаҙай. Был урында эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына. 1954 йылдың 12 июнендә Ишембай ҡала советына ҡараған был ҡасаба республика кимәлендәге ҡала тип иғлан ителә. Уға милли батырыбыҙ хөрмәтенә Салауат тигән исем бирелә. Батыр исемен йөрөткән ҡала менән унда йәшәүселәр таныштыра.