Ниндәй генә эпитет, метафораларҙы белмәй донъя шиғриәте йылдың был миҙгеле тураһында. Күңелдәрҙә берсә моңһоу, берсә кинәнес тойғолары уяна. Көҙ - тәбиғәттең ғәжәп хозур мәле ул. Донъялар ниндәйҙер бер сағыу балҡыш менән балҡый ҙа, яҙға тиклем “һау булығыҙ” тигәндәй хушлашып, уйға ҡала. Көҙ уйландыра, һағышландыра торған миҙгел, ти берәүҙәр. Икенселәр, киреһенсә уны илһамландыра тип билдәләй.