“Кешенең бәхете – өйөнөң күркәм, яҡты булыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә. Йорт төҙөү, балаларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Ислам тәғлимәттәренең береһе. Матур, нурлы өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә әҙәм балаһына тап шул кәрәк тә - ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Матурлыҡ, уңайлы шарттар ғаиләнең ныҡлығына ла тәьҫир итә. Быны яҡшы аңлағандар, үҙҙәре йәшәгән ерҙе матурлыҡта тоторға тырыша. Гүзәллеккә башҡаларҙы ла өндәй. Бик күп ерҙә үткәрелгән “Матур йорт”, “Күркәм ихата” кеүек ярыштар ҙа быға булышлыҡ итә. Республикала бындай конкурстарҙы үткәреү яҡшы йолаға әйләнгән.